+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2021, 18:03

НИ ӨСӨН САНИТАР АВИАЦИЯ ӘҮҘЕМЕРӘК ФАЙҘАЛАНЫЛМАЙ?

Республика Башлығы Радий Хәбиров юл хәлдәренә арналған кәңәшмәлә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына санитар авиацияны һөҙөмтәлерәк һәм әүҙемерәк файҙаланырға ҡушты. Башинформ фотоһы.

Республика Башлығы Радий Хәбиров юл хәлдәренә арналған кәңәшмәлә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына санитар авиацияны һөҙөмтәлерәк һәм әүҙемерәк файҙаланырға ҡушты.

Былтыр Башҡортостан федераль бюджет иҫәбенә «Анһат» вертолёты һатып алған. Был вертолёт махсус медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған һәм ауырыуҙарҙы ташыуға тәғәйенләнгән.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, былтыр вертолёт 97 пациентты дауаханаларға илткән. Пациенттар араһында юл-транспорт һәләкәттәрендә зыян күргәндәре лә булған. Бындай осраҡтар өсөн вертолёт бигерәк уңайлы сара булып тора. Министр быйылға 121 осош планлаштырылыуы тураһында белдерҙе. Йыл башланғандан бирле «Анһат» медицина учреждениеларына 9 кешене, шул иҫәптән ике баланы, илткән.

Радий Хәбиров вертолёттың бик һүлпән файҙаланылыуын билдәләне һәм осоштар һанын бер нисә тапҡырға арттырырға ҡушты. Вертолёт төпкөлдә һәм алыҫта ятҡан район-ауылдарҙан пациенттарҙы ташыу өсөн бик уңайлы, ул бик күп ғүмерҙәрҙе ҡотҡара ала, шуға уны ныҡлы эшләтергә кәрәк, ти Башҡортостан Башлығы.

Башинформ фотоһы.

Читайте нас: