-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2021, 18:00

РАДИЙ ХӘБИРОВ ФЕДЕРАЛЬ ЮЛДАРҒА КАМЕРАЛАР ҠУЙЫРҒА КҮРҺӘТМӘ БИРҘЕ

Башҡортостан юлдарында 23 һәм 24 фералдә булған хәлдәргә арналған кәңәшмәлә ҡатнашыусылар 23-өндә Өфө – Ырымбур трассаһының Ауырғазы районы өлөшөндә булған ҙур аварияны ентекләп айырым тикшерҙе.Башинформ фотоһы.

Башҡортостан юлдарында 23 һәм 24 фералдә булған хәлдәргә арналған кәңәшмәлә ҡатнашыусылар 23-өндә Өфө – Ырымбур трассаһының Ауырғазы районы өлөшөндә булған ҙур аварияны ентекләп айырым тикшерҙе.

Был территорияла, ЮХХДИ белдереүенсә, дүрт авария булып, дүрт тиҫтәгә яҡын автомобиль бәрелешкән. Иң ҙур аварияла ике тиҫтә автомобиль ҡатнашҡан, ун кеше, шул иҫәптән ике бала, ҡазаланған.

Транспорт министры Алан Марзаев әйтеүенсә, был участкала видеокамералар юҡ, сөнки федераль трассаларға камералар ҡуйылмаған, улар «Приуралье» идаралығына ҡарай.

Радий Хәбиров бының яуаплылыҡтан ҡасыу өсөн сәбәп була алмауын белдерҙе. Йәнә Татарстандағы федераль трассаларҙа ни өсөн видеокамералар бар, ә Башҡортостандағы федераль трассаларҙа юҡ икәнен тикшерергә һәм быйыл 1 сентябргә Башҡортостан биләмәһендәге федераль трассаларға кәм тигәндә 100 камера ҡуйырға күрһәтмә бирҙе.

Башинформ фотоһы.

Читайте нас: