+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2021, 20:18

САПАЙ СЫРЫН АУЫҘ ИТКӘНЕГЕҘ БАРМЫ?

2018 йылда Дәүләкән районының Сапай ауылында «Беҙҙең сыр» тигән ауыл хужалығы кооперативы төҙөлә. Республиканың ауыл хужалығы кооперативтары ойоштороу буйынса килемле проекттар программаһы дәртләндерә уны ойоштороусыларҙы. Ошо программала ҡатнашып, 3 миллион һумлыҡ грант оталар. Бөтә аҡсаны сыр етештереү ҡорамалы һатып алыуға тотоналар.

Әле инде кооператив айына 200 килограмм сыр сығара. Бик юғары сифатлы сырҙар эшләнә бында: банкала маринадланған грек сыры, ҡура торған Халуми, классик итальян сыры Качотта, швейцар сыры Белпер Кнолле – сыр етештереүселәр тамам оҫтарған.

Кооператив етәксеһе Олеся Муллагилдина предприятие менән таныштыра: ике сыр бешереү цехы, сыр өлгөртөү камерһы бар. Ризыҡты кооперативта аҙнаһына өс тапҡыр эшләйҙәр. Күләмдәрҙе арттырып, көн дә эшләүгә күсергә хыялланалар.

Ике сыр бешереү цехы бер юлы ике төрҙө әҙерләргә мөмкинлек бирә. Тәүлегенә ике смена эшләй ала. Сыр әҙер булғас та, рецепт талап итһә, уны вакуумлайҙар. Бындай сырҙарҙы һаҡлау мөҙҙәте – 21 көн, ярым ҡаты сырҙар бер ай һаҡлана.

Тиҙҙән сыр өлгөрөү өсөн кәрәкле температураға һәм дымлылыҡҡа көйләнә торған һыуытыу камераһы эшкә ҡушыласаҡ. Унан продукция һатыуға оҙатылып торасаҡ.

Әлегә оҫталар етештергән ризыҡ Өфө кибеттәренә генә ебәрелә, ләкин тиҙҙән Дәүләкән ҡалаһы магазиндарына ла юлланасаҡ.

Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.
Читайте нас: