-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2021, 17:57

ЮЛ ХӘЛДӘРЕН МАХСУС КӘҢӘШМӘЛӘ ҠАРАНЫЛАР

Бөгөн, 25 февралдә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика юлдарындағы хәлдәргә бәйле кәңәшмә үткәрҙе.Башҡортостан Башлығының Идаралыҡ начальнигы Елена Прочаковская юлдарҙың торошона бәйле мөржәғәттәрҙең бик күбәйеп китеүе тураһында белдерҙе. Кешеләр юлдарҙың үткеһеҙ булыуын, ҡарҙан ваҡытында таҙартылмауын, юл ситтәрендә йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар булмауын хәбәр итә. 8 – 25 февралдә «Инцидент» системаһына 406 ялыу килгән.

Бөгөн, 25 февралдә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика юлдарындағы хәлдәргә бәйле кәңәшмә үткәрҙе.

Башҡортостан Башлығының Идаралыҡ начальнигы Елена Прочаковская юлдарҙың торошона бәйле мөржәғәттәрҙең бик күбәйеп китеүе тураһында белдерҙе. Кешеләр юлдарҙың үткеһеҙ булыуын, ҡарҙан ваҡытында таҙартылмауын, юл ситтәрендә йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар булмауын хәбәр итә. 8 – 25 февралдә «Инцидент» системаһына 406 ялыу килгән.

Кәңәшмәлә Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев 23 һәм 24 февралдә һепертмә буран, ҡабырғанан бәргән көслө ел, юлды һәм ундағы автомобилдәге күреү мөмкинлеге ныҡ түбәнәйеү арҡаһында авариялар күбәйеүе тураһында һөйләне. 11 юл-транспорт ваҡиғаһы булып, 10 кеше, шул иҫәптән ике бала, зыян күргән 112 номерына ярҙам һорап, меңдән ашыу үтенес килгән.

«Башкиравтодор» йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Юланов юл хеҙмәттәренең эше тураһында мәғлүмәт бирҙе. Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында ошо буран мәленә һигеҙ участкала юл ябылған. 23 февраль кисенә йәмғиәт филиалдарының һәм юл ремонт-төҙөлөш участкаларының барлығы 922 берәмек махсус техникаһы юлдарҙы асырға сығарылған. Улар тәүлек әйләнәһенә эшләгән.

24 февраль кисенә «Башкиравтодор» көсө менән дүрт участкала, бөгөн иртән ҡалған дүртеһендә лә транспорт хәрәкәте асылған.

Радий Хәбиров юл хеҙмәттәренең эшен ойоштороуҙа йылдамлыҡ күрһәтергә, һөҙөмтәлелекте күтәрергә ҡушты.

Читайте нас: