+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2021, 22:00

ОНОТОЛОП ЯТҠАН ЛОТЕРЕЯЛАРЫҒЫҘ ЮҠМЫ ШУНДА?

«Столото» лотереяһының Яңы йыл тиражында берәр миллион һумлыҡ 1000 приз уйнатылып, Рәсәйҙә 581 кеше миллионерға әйләнгәйне. Шуларҙың 22-һе – Башҡортостандан. НТВ 1 ғинуарҙа тираж уйнатылғанын тура эфирҙа күрһәткән дә ине, тик ул көндө кешелә лотерея ҡайғыһы буламы? Ҡағыҙ киҫәген ҡайҙа етте, шунда тығып ҡуйһаң, онотоу ҙа бер ни түгел. Яҙмыш отоштар менән һис иркәләп тормаһа, миңә барыбер сыҡмай ул, тип, ташлап киткәндәр ҙә булғандыр әле. Йәл.

«Столото»ның матбуғат хеҙмәте хәҙер үҙенең миллионерға әйләнгәнен белмәй йөрөгән кешеләрҙе эҙләй. Баяғы 22 кешенең 17-һе отошто юллап килгән, ә ҡалған бишеһе – юҡ.

Яңы йыл лотереяһы алған булһағыҙ, эҙләп табып, тикшереп ҡуйығыҙ – араларында һеҙ юҡмы?

Фото: Столото сайтынан.
Читайте нас: