+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Февраль 2021, 18:21

БҮРЕЛӘРҘӘН ТЫНҒЫ ЮҠ

Әбйәлил районында бүреләр тибендә йөрөгән йылҡы өйөрөнә һөжүм иткән. Бер бейәнең арт һанын, алғы аяғын йолҡҡослағандар. Был хаҡта «Башинформ» яҙа һәм «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы төшөргән видеояҙманы тәҡдим итә.

Мәләүез районы Ерек ауылында көндөҙ бер һарайға кереп, алты баш һарыҡты быуып ташлағандары тураһында күптән түгел БСТ ла һөйләне.

Лицензияһыҙ бүре атыу тыйыла. Бүре атыу лицензияһына эйә һунарсылар етерлек һанда булһа, йыртҡыстар был тиклем күбәйеп, ауылдарға көпә-көндөҙ баҫышмаҫ ине.

Читайте нас: