+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Февраль 2021, 18:40

ЮЛДА МЫШЫ МЕНӘН БӘРЕЛЕШЕП ҠУЙМАҒЫҘ

Башҡортостан автоинспекцияһы водителдәргә трассаларҙа ҡырағай хайуандар менән бәрелешеүҙән һаҡланырға кәңәш итә. Краснокама районы Николо-Берёзовка ауылынан бер машинаның видеорегистраторы камераһына бер ҙууур мышының көтмәгәндә автомобиль алдына килеп сығып, трасса аша елдереп сабып үткәне эләккән. Автомобиль менән мышы саҡ бәрелешмәй ҡалған.

Башҡортостан Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы «Ҡырағай хайуандар» тигән юл буйы тамғаһы торған ерҙәрҙә тиҙлек режимын һаҡларға, шәп ҡыумаҫҡа тәҡдим итә. Хайуанды күреп ҡалыу менән тиҙлекте кәметергә, уға юлдан китергә мөмкинлек бирергә кәрәк, ҡапыл газға баҫып, хайуанды өркөтмәһәгеҙ, бигерәк яҡшы булыр, ти белгестәр.

Читайте нас: