+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2021, 20:52

КЕМДӘР «ӨЛГӨЛӨ БАШҠОРТ ҒАИЛӘҺЕ» ИКӘНЕН БЕЛДЕК ХӘҘЕР

Кисә Стәрлетамаҡта «Етегән» республика байрамы сиктәрендә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2021» асыҡ республика конкурсының йомғаҡлау туры булды. Унда Башҡортостандан һәм Ырымбур өлкәһенән 10 ғаилә ҡатнашты. Улар – Миәкә районынан Ғәниевтар, Салауат районынан Сәйетғәлиндар, Өфө районы Шамонин ауылынан Мәхмүтовтар, Учалы районынан Үҙәнбаевтар, Хәйбулланан Суриндар, Саҡмағош районынан Ильясовтар, Сибайҙан Йәнбәковтар, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ишмөхәмәтовтар, Өфөнән Шәһәрғәзиндар, Ырымбур өлкәһенән Сарбаевтар ғаиләләре.

Бәйге өс номинацияла үтте. Һәр номинацияла еңеүселәр асыҡланды.

«Ғаилә ижады» номинацияһында:

1 урын – Ишмөхәмәтовтар

2 – Шәһәрғәзиндар

3 – Үҙәнбаевтар.

«Ғаилә оҫталығы» номинацияһында:

1 – Суриндар

2 – Сәйетғәлиндар

3 – Ильясовтар.

«Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында:

1 – Мәхмүтовтар.

2 – Йәнбәковтар

3 – Ғәниевтар.

Үҙҙәренең 3 балаһына өҫтәп, ғаиләгә алынған 17 бала тәрбиәләүсе Сарбаевтар ғаиләһенә махсус приз тапшырылды.

Өс номинацияның еңеүселәренә – 100-әр мең һумлыҡ, икенсе урындағыларға – 50-шәр мең, өсөнсөләргә 30-әр мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды.

Фото: Башҡортостан Республикаһының рәсми сайтынан.

Читайте нас: