+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2021, 00:08

САЛАУАТ ТЕАТРЫНДА – ЯҢЫ ЕТӘКСЕ

Салауат ҡалаһы башҡорт драма театрына яңы етәксе – директор вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләгәндәр. Бөгөн, 1 мартта, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина коллективты уның менән таныштырған.

Директор вазифаһын башҡарыусы итеп артист булып та, етәксе вазифаһында ла хеҙмәт тәжрибәһе туплаған Айбулат Миңлеғәли улы Ҡотошов ҡуйылған.

Айбулат Ҡотошов 1973 йылдың 21 сентябрендә Ишембай районы Ҡарайған ауылында тыуған. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын «Актерлыҡ оҫталығы» специальносы буйынса тамамлаған (1997).

Хеҙмәт юлын ул Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында актер булараҡ башлай, бер нисә йыл Ишембай ҡалаһында мәҙәниәт һарайы директоры, Ишембай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, ә 2015 йылдан Сибай концерт-театр берекмәһе директоры була.

Айбулат Ҡотошов – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.

Читайте нас: