-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март 2021, 12:52

ГӘЗИТ-ЖУРНАЛДАР БӨТӘ, ТИП ХАФАЛАНМАҒЫҘ

Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһы ултырышында республика медиатармағының былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Ултырышта БР Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов, тармаҡ предприятиеларының етәкселәре ҡатнашты.

Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһы ултырышында республика медиатармағының былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Ултырышта БР Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов, тармаҡ предприятиеларының етәкселәре ҡатнашты.

Республикалағы хәл-ваҡиғалар тураһында журналистарҙың халыҡҡа ваҡытында ентекле мәғлүмәт биреп барыуы билдәләнде. Журналистар пандемия, тажзәхмәт менән көрәш мәсьәләләрен дә тәфсилләп яҡтыртып торҙо, етеҙлеген һәм профессионализмын күрһәтте. Халыҡтың был темаға ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтеүе, ғөмүмән, яңылыҡ таҫмаларына иғтибар артыуы ла ғәжәп түгел, әлбиттә. Үҙҡурсалау режимында, әйтәйек, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтына инеүҙәр һаны 20-шәр миллионға еткән.

Матбуғат баҫмалары интернетта эшен әүҙемләштергән, Нәшриәт йортоноң 40 баҫмаһы нон-стоп режимында эшләй һәм Яндекстың топтары иҫәбендә бара.

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев билдәләүенсә, тармаҡтың һөҙөмтәлелеген ике төп күрһәткес билдәләй: мәғлүмәт менән солғап алынған аудитория һаны һәм эшмәкәрлектең финанс сағылышы.

Бюджеттан финансланған медиатармаҡта өс меңләп кеше эшләй. Тармаҡтан халыҡ, Ульчев әйтмешләй, ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк контент көтә.

«Яңы иҡтисад ҡорорға, аудиторияға ҡыҙыҡлы булыуҙы, мәғлүмәт биреү һәм и реклама ылыҡтырғыслығын арттырырға кәрәк», — тине вице-премьер Азат Бадранов. Ул киң мәғлүмәт сараларының республиканы танытыуҙағы ҙур әһәмиәтен билдәләне. Башҡортостан, мәҫәлән, киң мәғлүмәт сараларында милли проекттар тураһында мәғлүмәт биреү йәһәтенән Рәсәйҙә өсөнсө урында икән.

Сер түгел, гәзит-журналдар ана бөтә, бына бөтә, тигән хәбәрҙәр унда-бында ишетелгеләп тора. Әммә йомғаҡтар яһауға һәм пландар билдәләүгә арналған ултырышта шул асыҡ аңлашылды: медиатармаҡ йәшәне, йәшәй һәм йәшәйәсәк. Гәзит-журналдарһыҙ ҡалырбыҙ инде, тип борсолмай торһағыҙ ҙа була, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ.

Читайте нас: