+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март 2021, 15:50

ИЛ ИНӘҺЕ МИҘАЛЫНА КЕМДӘР ЛАЙЫҠ БУЛДЫ?

Өфөлә 14 хөрмәтле ханым Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ – ил инәһе» миҙалы менән бүләкләнде. Наградалар «Ҡатын-ҡыҙ – ил инәһе» V республика конкурсына йомғаҡ яһағанда тапшырылды. Был турала «Башинформ» хәбәр итә.Миҙалды бүләкләнеүселәрҙең түшенә проекттың ойоштороусыһы БР Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ҡаҙаны.Башинформ фотолары.

Өфөлә 14 хөрмәтле ханым Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ – ил инәһе» миҙалы менән бүләкләнде. Наградалар «Ҡатын-ҡыҙ – ил инәһе» V республика конкурсына йомғаҡ яһағанда тапшырылды. Был турала «Башинформ» хәбәр итә.

Миҙалды бүләкләнеүселәрҙең түшенә проекттың ойоштороусыһы БР Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ҡаҙаны.

Бына Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең юғары наградаһына лайыҡ булыусылар:

1. Таңсулпан ҒАРИПОВА, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

2. Ғәлиә МӨХӘМӘТЙӘНОВА, педагогия фәндәре кандидаты, РФ Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы, СССР мәғариф отличнигы, РФ Почетлы дөйөм мәғариф хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.

3. Әлфиә ЙОСОПОВА, филология фәндәре докторы, профессор, РФ Почетлы мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре.

4. Леонора ҠЫУАТОВА, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш балетмейстеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

5. Бибисара МӨХӘМӘТДИНОВА, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

6. Людмила КУГУБАЕВА, Бөрө ҡалаһынан бизнес-леди.

7. Зөлфирә МӘХИӘНОВА, һөнәр оҫтаһы, Әбйәлил районы Кейеҙ йорто етәксеһе, күп һанлы фестивалдәр лауреаты.

8. Рана ИБРАҺИМОВА, Башҡортостандың «Әзербайжан халҡының дуҫлыҡ йорто» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

9. Хана КРИЧЕВСКАЯ, Башҡортостан раввинының ҡатыны. Ғаиләлә 9 бала тәрбиәләйҙәр.

10. Римма НАСИРОВА, хеҙмәт ветераны, ғүмер буйы балалар баҡсаһында эшләгән.

11. Венера ЙӘНБӘКОВА, хеҙмәт ветераны, йәмәғәт эшмәкәре. 2020 йылғы «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы ҡатнашыусыһы.

12. Идиә ҒӘЛИМОВА, Әбйәлил районынан әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте ҡатнашыусыһы.

13. Хәлисә ӘХМӘТШИНА, Ҡырмыҫҡалы районы «Илһөйәр» татар фольклор ансамбле, «Илсекәй» театры етәксеһе.

14. Мәрйәм СОЛТАНОВА, Салауат Юлаев ордены кавалеры, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тыуған Маҡар ауылында Сәнғәт мәктәбе асҡан һәм «Селтербей» балалар вокаль ансамбле менән «Аҡ юл» педагогтар хорын ойошторған.

Башинформ фотолары

Читайте нас: