+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март 2021, 15:15

«ӨС ТАҒАН» ОТРЯДЫ» КИНОТЕАТРҘАРҒА СЫҒА

Рәсәй кино һөйөүселәре ихлас хистәргә ҡоролған, яҡты, изге рухлы фильмдарға һыуһаған. Башҡорт кинематографсылары был бушлыҡты тулыландырырға булды шикелле. «Һеңлекәш» фильмын бик күптәр яратып ҡарағайны. Әле килеп яңы төшөрөлгән һәм иртәгә, 4 мартта, ил экрандарына сығасаҡ «Өс таған» отряды» нәфис фильмы ла бик күптәрҙең күңелен яулар тип көтөлә.

Ике фильм да, белеүебеҙсә, мәшһүр Мостай Кәрим повесы буйынса төшөрөлдө. «Өс таған» отряды» дүрт ауыл малайының дуҫлығы һәм мажаралары тураһында һөйләй. Бөркөтлө ауылында барған ваҡиғалар Ғафури районы Толпар ауылында төшөрөлгән. Йөрәктау менән Торатау повестағы Кирәмәт тауы «ролен башҡарған». Картинаның режиссеры – Айнур Асҡаров. Төп ролдәрҙе Илдар Бикҡолов, Руслан Ҡадаев, Арыҫлан Ғәлиев һәм Ильяс Кинйәбулатов башҡара. Улар беренсе тапҡыр артист булып сығыш яһай. Кино төшөрөүселәр уларҙы һайлап алыуҙа ҡатнашҡан 500-ләгән бала араһынан һайлап алған.

Картинаны «Асҡарфильм» менән Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән. Фильм башҡортса төшөрөлгән, русса дубляжы Санкт-Петербургта «Мельница» анимациялы кино студияһында эшләнгән.

Фильм илдең 130 кинотеатрында күрһәтеләсәк. Кисә, 2 мартта, Мәскәүҙә Кино йортонда премьера үтте.

«Өс таған» отряды» төрлө халыҡ-ара фестивалдәрҙә унлап награда яулап та өлгөргән.

Фото: Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы фотоһы.

Читайте нас: