+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2021, 23:52

УРАЛДЫҢ БӨРКӨТТӘЙ ИР-АЗАМАТЫНА БАҒЫШЛАНА

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында «Урал бөркөтө» тигән спектакль өҫтөндә эшләй башлағандар. Ижади эш ҡуйыусы режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәлихйән Әфләтүнов етәкселегендә бара.Фотола: Ижади төркөм спектакль өҫтөндә эшләй.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында «Урал бөркөтө» тигән спектакль өҫтөндә эшләй башлағандар. Ижади эш ҡуйыусы режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәлихйән Әфләтүнов етәкселегендә бара.

Постановканы Наил Ғәйетбаевтың «Муса Мортазин» тигән пьесаһы буйынса ҡуялар. Спектакль легендар комбриг, күренекле дәүләт эшмәкәре Муса Мортазиндың тыуыуына . 130 йыл тулыуға бағышлана.

Музыкаһын билдәле композитор Нур Дауытов яҙа. Сценографияһын С. Әфләтунов, Л. Ғарипова, Ю. Сиражетдинова эшләй.

Ролдәрҙе Башҡортостандың халыҡ артистары Риф Сәйфуллин, Нурзиә Әбдрәшитова, Зифа Баязитова, республиканың атҡаҙанған артистары Урал Зәйнуллин, Венер Сөнәғәтов; артистар Нафис Сәйетов, Юнир Мансуров, Айгөл Зәйнуллина, Залина Усманова, Нәфисә Мәжитова, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Вадим Ғилманов, Салауат Вәлиев, Резеда Сафиуллина башҡара.

Читайте нас: