+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2021, 00:12

АЙЫУҘАР УЯНА

Иглин районындағы фермер Иҙиәтуллиндар аҫрауында булған айыу уянып сыҡҡан.Фермер Сәғитйән уянған айыуҙы видеояҙмала күрһәтә. «Бигерәк матурһың, уф!» – тип ебәрә егет, ҡышҡы йоҡонан ял итеп, таҙарып, көрәйеңкерәп сыҡҡан айыуға ҡарап.Айыу ике ай ярым йоҡлаған. Ситлегенең төпкө яғында кеше ҡулы менән ҡоролған өңдә йоҡо һимерткән тайыш табан. Был хаҡта «Башинформ» хәбәр итә.

Иглин районындағы фермер Иҙиәтуллиндар аҫрауында булған айыу уянып сыҡҡан.
Фермер Сәғитйән уянған айыуҙы видеояҙмала күрһәтә. «Бигерәк матурһың, уф!» – тип ебәрә егет, ҡышҡы йоҡонан ял итеп, таҙарып, көрәйеңкерәп сыҡҡан айыуға ҡарап.
Айыу ике ай ярым йоҡлаған. Ситлегенең төпкө яғында кеше ҡулы менән ҡоролған өңдә йоҡо һимерткән тайыш табан. Был хаҡта «Башинформ» хәбәр итә.
Иҙиәтуллиндарҙың Оло Теләктәге фермаһында өс айыу йәшәй. Ташландыҡ цирк айыуы Тишка ла ошонда. Ситлеккә бикләнгән һәм ҡоро һөйәккә ҡалған ас айыуҙы ирекмәндәр тапҡайны, ә Иҙиәтуллиндар уны үҙҙәренә аҫрауға алғайны.
Читайте нас: