+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2021, 17:26

ӨФӨЛӘ ҠУНАҠСЫЛЛЫҠ БУЙЫНСА ЯРЫШ ҮТӘСӘК

Өфөлә 21–22 мартта GASTRO MASTER тип атаған ҡунаҡсыллыҡ ярышы үтәсәк. Ул «Йәмәғәт туҡланыуы индустрияһы милләт сәләмәтлеге һағында» республика кулинария форумы сиктәрендә ойошторола.

Өфөлә 21–22 мартта GASTRO MASTER тип атаған ҡунаҡсыллыҡ ярышы үтәсәк. Ул «Йәмәғәт туҡланыуы индустрияһы милләт сәләмәтлеге һағында» республика кулинария форумы сиктәрендә ойошторола.

Сара Башҡортостан Башлығы грантына Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Унда ресторан оҫталары командалары һәм һөнәри уҡыу йорттарынан өйрәнсек командалары көс һынашасаҡ.

Еңеүселәр Башҡортостан исеменән быйыл сентябрҙә Пермдә үтәсәк «Легенда» Бөтә Рәсәй кулинария олимпиадаһында, шунан Мәскәүҙә Chef a la Russe чемпионатының финалында ҡатнашасаҡ.

Читайте нас: