-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2021, 20:50

ҮРГЕ ЛӘМӘҘҘӘ ЯЛ ӨСӨН БӨТӘ ШАРТТАР БУЛЫР

Архангел районы Үрге Ләмәҙ ауылы эргәһендә туристик база төҙөлә. Төҙөлөшкә 4,5 миллион һум аҡса бүленгән. Үрге Ләмәҙ тәбиғәтенең матурлығы менән хайран итә һәм туристарҙы ылыҡтыра. Ауыл Ләмәҙ йылғаһы буйында ултыра, 4 километрҙа – Айыукүл тигән карст күле, 7-8 километрҙа Атыш шарлауығы бар.

Турбазаны 2021 – 2022 йылдар эсендә әҙер итергә йыйыналар. Унда алты эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Проект муниципалитеттың «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡаралған. Башҡортостан Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы кәрәкле ярҙам күрһәтеләсәген белдергән.

Белешмә

2019 йылдан алып райондар һәм ҡалаларҙың хакимиәттәрендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында аҙна һайын ултырыштар үтә. Республика йүнселдәре унда үҙ проекттарын күрһәтә, бизнес ойоштороу буйынса консультация ала. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыу өсөн муниципалитет хакимиәтен муниципаль берәмектең бизнес-шәрифенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Һүрәттәрҙә: Ләмәҙ буйы; Айыукүл.

Фотолар: Википедиянан.

Читайте нас: