+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2021, 12:17

«АЙЫҠ АУЫЛ» КОНКУРСЫНДА ТАУЫШ БИРЕГЕҘ

Кисә «Айыҡ ауыл-2020» республика конкурсының финалында ҡатнашыусылар өсөн интернет аша тауыш биреү башланды. Финалға 12 ауыл сыҡты. Улар, ҙурлығына ҡарап, 4 төркөмгә бүленә: эреләр, ҙурҙар, уртасалар, бәләкәйҙәр. Бына ошо төркөмдәргә ингән ауылдар:

Эреләр: Тәтешле районы Шүлгән ауылы; Өфө районы Шамонин ауылы; Учалы районы Илсе ауылы.

Ҙурҙар: Әбйәлил районы Таштимер ауылы; Бөрө районы Бахтыбай ауылы; Күгәрсен районы Исем ауылы.

Уртасалар: Бөрйән районы Брәтәк ауылы; Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылы; Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылы.

Бәләкәйҙәр: Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы; Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылы; Көйөргәҙе районы Яҡут ауылы.

Интернет аша тауыш биреү «Голос РБ» порталында үтә. Унда һәр ауыл тураһында таныштырыу видеояҙмалары ла ҡуйылған. Тауыш биреү 20 мартҡа тиклем бара. Еңеүселәрҙе бүләкләү март аҙағында була.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров приз фондын былтырғынан ун тапҡырға арттырҙы. Шулай итеп, бүләкләү фонды 40 миллион һум тәшкил итә. Еңеүселәргә – 5-әр миллион; икенселәргә — 3-әр, өсөнсө урынды алғандарға 2-шәр миллион һум биреү ҡарала.

Читайте нас: