+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2021, 12:47

ЭСЕР ӨСӨН БЫСАҠЛАШЫРҒА ӘҘЕРҘӘР

Баш төҙәтергә тип эҙләнгән әҙәмдән нимә генә көтөп булмай? Күҙ асып йомған арала меҫкен һораныусынан ажғыр енәйәтсегә әйләнеп китә ул. Шундай берәү Өфө районындағы бер магазинға килеп инә.

Баш төҙәтергә тип эҙләнгән әҙәмдән нимә генә көтөп булмай? Күҙ асып йомған арала меҫкен һораныусынан ажғыр енәйәтсегә әйләнеп китә ул. Шундай берәү Өфө районындағы бер магазинға килеп инә.
Тәүҙә һатыусынан араҡы биреүен үтенә. Һатыусы баш тартҡас, прилавканы йоҙроҡлап төйә башлай. Ул да булмай кеҫәһенән бысаҡ сығарып, прилавка аша һатыусыға киҙәнә. Магазинға килгән һатып алыусы ҡатын иҫеректе тынысландырырға итә, тик был бәндәнең йоҙроғо уға ла эләгә, уның менән борошоп алып китә. Ярай шул ваҡыт магазинға бер ир килеп инә лә иҫерек сығып тая.
Видеокамера, әлбиттә, үҙ эшен эшләп тора, яҙманы полиция тикшерә. Һуғыш суҡмары Иглин районында йәшәгән 43 йәшлек ир булып сыға. Ул бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән, хәҙер инде «талау» статьяһы буйынса эш ҡуҙғатылған.
ВК-лағы Инцидент Башкортостан сәхифәһенән.
Читайте нас: