Фән тармағындағы үҙгәртеп ҡороуҙар Башҡортостан Фәндәр академияһына ла ҡағыласаҡ. Башҡортостан Башлығы тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйған да инде.
Документҡа ярашлы, «Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты» дәүләт бюджет учреждениеһы федераль милеккә тапшырыла һәм РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡорт дәүләт медицина университеты буйһоноуына күсә.
Бойороҡта шулай уҡ БР «Башҡортостан энциклопедияһы» менән БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтын «Башҡортостан Республикаһы Социаль-гуманитар тикшеренеүҙәр һәм энциклопедистика институты» дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы итеп берләштереү ҡарала.
«Башинформ» агентлығы был ваҡиғаларға ҡарата фекерҙәр белешкән.
Башҡортостан Фәндәр академияһының президенты Әлфис Ғаязов әйтеүенсә, Күҙ ауырыуҙары институты менән медицина университетын берләштереү ғилми эшмәкәрлекте әүҙемләштереүгә хеҙмәт итәсәк. Стратегик тикшеренеүҙәр институтына килгәндә, ти ғалим һәм етәксе, ул гел иҡтисади тикшеренеүҙәр яғына ауышты, ә бөгөн гуманитар тикшеренеүҙәр, йәмәғәтселектең фекерен белешеү мөһим. Башҡорт энциклопедияһы иһә республиканың имиджына эшләй һәм, яңы барлыҡҡа килгән Сәйәси тикшеренеүҙәр институты менән берләшеп, үҫешкә үҙ өлөшөн индерәсәк. Ҡыҫҡаһы, яңы ойошма төбәк фәнен республиканы үҫтереүгә хеҙмәт иттереү өсөн кәрәк.
БДМУ ректоры Валентин Павлов әйтеүенсә, күҙ ауырыуҙары институты менән медуниверситетты ҡушыу республиканың офтальмология мәктәбен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, был тармаҡ буйынса яңы кафедралар асыу, институтты федераль һәм донъя кимәленә сығарыу, университетҡа төрлө яҡтарҙан һәм илдәрҙән студенттар йәлеп итеү өсөн кәрәк.