+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2021, 19:16

ФРАНЦУЗДАР УМАРТАСЫЛЫҠ МЕНӘН ШӨҒӨЛЛӘНЕРГӘ КИЛӘ

Француз инвесторҙары Патрик Хоффман менән Антуан Менделовичи Башҡортостанда умартасылыҡ буйынса ҙур проектты тормошҡа ашырырға йыйына. Һүҙ 30 мең ҡорт күсенән торған етештереү базаһын булдырыу, халыҡ-ара аккредитациялы бал сифаты лабораторияһы асыу, йыл һайын халыҡ-ара экспорт йүнәлешле 7 мең тонна самаһы төрлө бал продукцияһы етештереү тураһында бара.Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте фотоһы.Дауамы:

Француз инвесторҙары Патрик Хоффман менән Антуан Менделовичи Башҡортостанда умартасылыҡ буйынса ҙур проектты тормошҡа ашырырға йыйына. Һүҙ 30 мең ҡорт күсенән торған етештереү базаһын булдырыу, халыҡ-ара аккредитациялы бал сифаты лабораторияһы асыу, йыл һайын халыҡ-ара экспорт йүнәлешле 7 мең тонна самаһы төрлө бал продукцияһы етештереү тураһында бара.

Эшҡыуарҙар урта рус бал ҡортоноң башҡорт популяцияһы генетикаһын һаҡлау һәм башҡорт балы брендын таратыу менән дә шөғөлләнмәксе. Улар бөтәһе 3,8 млрд һум инвестицияларға ниәтләй.

Проектты башлау өсөн улар республикала «Би Хэппи» («Бәхетле бал ҡорто») тигән компания теркәгән һәм эш йүнәлештәрен һәм этаптарын билдәләгән.

Тәүге умарталыҡтарҙы Бөрйән, Ишембай, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарында асасаҡтар. Производствола бөтәһе 160 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Бал продукцияһын эшкәртеү заводы менән күргәҙмә үҙәге Өфөлә урынлашасаҡ.

Яңы производство «Инвестсәғәт»тә ҡаралды. «Беҙ француз коллегаларыбыҙҙың бал етештереү темаһы менән ҡыҙыҡһыныуына бик шатбыҙ һәм билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итергә әҙербеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – 2022 йылда Башҡортостан умартасылыҡ буйынса «Апимондия» халыҡ-ара конгресын ҡабул итәсәк. Өфөлә күргәҙмә комплексы өсөн йәтеш урын һайлағыҙ, унда туристар ҙа килә алһын».

Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте фотоһы.
Читайте нас: