+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2021, 23:23

ИСМӘҒИЛ ТАСИМОВҠА ИҪТӘЛЕКЛЕ ТАҠТАТАШ АСЫЛАСАҠ

Мартта Пермь крайында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре үтәсәк. Ул Башҡорт тарихы йылына арнала.

Мартта Пермь крайында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре үтәсәк. Ул Башҡорт тарихы йылына арнала.

Көндәр барышында оҫталыҡ дәрестәре, интерактив майҙансыҡтар, ата-әсәләр өсөн онлайн-конференция ойоштороласаҡ, кинофильмдар, концерттар ҡуйыласаҡ.

Төп ваҡиғалар 18 мартҡа планлаштырылған. Был көндө Барҙы районы Төнгүк ауылында ғәйнә башҡорттары конференцияһы менән Пермь районы Ҡуян ауылында данлы сәнәғәтсе Исмәғил Тасимовҡа мемориаль таҡтаташ асыу ҡарала.

Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ойоштора.

Читайте нас: