Ҡырымда һәм Краснодар крайында сәсеүгә төшкәндәр. Быйыл Рәсәйҙә сәсеүлектәр күләме 600 мең гектарға артып, бөтәһе 80,8 миллион гектарға етәсәк. Былар хаҡында бөгөн РФ Хөкүмәте ултырышында ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев һөйләгән.
Сәсеү уңышлы үтһен өсөн аграрийҙарҙы ашламалар, яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү мөһим. Тауарға һорау ҙур булғанда хаҡтар арта торған. Шуны күҙҙә тотоп, минераль ашламаларҙың төп төрҙәренең хаҡын ике-өс ай буйы үҙгәртмәҫкә ҡушылған.
Башҡортостан баҫыуҙары ҡалын ҡар аҫтында ята, март башланһа ла, ҡышҡыса ҡаты һалҡындар тора. Тик ваҡытты туҡтатып булмаған кеүек, яҙ ҙа килер, сәсеү ҙә үҙ мәлендә башланыр. Быйыл беҙҙә сәселәсәк майҙандар 2,9 миллион гектар тәшкил итәсәк – былтырғынан 40 меңгә күберәк.