+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2021, 18:20

ЯҢЫ УҠЫУ ЙОРТО НИСЕК АТАЛЫР?

Башҡортостандың фән һәм юғары белем тармағында ҙур үҙгәрештәр буласаҡ. Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын ҡушҡас, Рәсәй күләмендә көнәркәшлеккә һәләтле супервуз барлыҡҡа килер тип көтөлә.«Башинформ» фотоһы.Дауамы:

Башҡортостандың фән һәм юғары белем тармағында ҙур үҙгәрештәр буласаҡ. Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын ҡушҡас, Рәсәй күләмендә көнәркәшлеккә һәләтле супервуз барлыҡҡа килер тип көтөлә.

Үҙгәртеп ҡороу ике-өс йыл буйы барыр, тигәйне Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин «Россия 24» телеканалына биргән интервьюһында. Ҡушылыу был ике вуздың студенттар һәм уҡытыусылар һанына ыңғай йоғонто яһаясаҡ, уларҙың һаны әлегенән дә күберәк буласаҡ, тине ул.

Ә бөгөн КП-Уфа баҫмаһына биргән интервьюһында Александр Сидякин буласаҡ вуздың исеменә туҡталды. Варианттар күп һәм улар араһында әлегә Башкирский университет науки и технологий тигән атамаға өҫтөнлөк бирелә икән. Элекке сығыштарҙа һәм интервьюларҙа республика етәкселеге вәкилдәре атамала “Башҡорт” һүҙе мотлаҡ ҡаласаҡ тигәйне, шуға уны Башҡорт фән һәм технологиялар университеты тип тәржемә итергә кәрәктер.

Чиновник әле Башҡортостанда ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнгән ғалимдарҙың уртаса йәше 65 икәнен һәм уларға алмашҡа килеүселәр юҡлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Белемле, өмөтлө йәштәр ситкә китеп тора, тине ул. Республика етәкселәренең, Башҡортостанда ылыҡтырғыс, ҡеүәтле, әһәмиәтле вуз хасил итергә теләп, хатта 6 вузды берләштерергәме икән, тигән вариантты ла ҡарауын һөйләне. Ул сағында бер юлы 100 мең студент уҡыған һәм илдә иң ҙурҙар иҫәбенә ингән уҡыу йорто барлыҡҡа килер ине.

Ике юғары уҡыу йортон берләштереп, яңы вузды «Приоритет-2030» программаһына индереү, бюджетын 6 миллиардҡа тиклем ҙурайтыу маҡсаты ҡуйыла.

«Башинформ» фотоһы.

Читайте нас: