Башҡортостан Республикаһы «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш» төбәк проектын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә. Проект һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүҙе, медицина ойошмаларының матди-техник базаһын яҡшыртыуҙы, уларҙы яңы ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙе күҙҙә тота.
Күмертау ҡала дауаханаһы ла ошо проектта ҡатнаша. Күптән түгел ул эксперт класлы ультратауышлы диагностикалау аппараты алды. Аппарат пациенттың теләһә ҡайһы ағзаһындағы төрлө ауырыуҙарҙы башланған сағында уҡ асыҡлау мөмкинлеген бирә. УЗИ аппаратының хаҡы – 7,4 млн һум.
Дауахананың баш табибы Олег Астахов әйтеүенсә, аппарат диагноз ҡуйыу теүәллеген арттыра, табип пациенттың элгәрге тикшерелеү һөҙөмтәһе менән хәҙергеһен сағыштыра ала. Аппаратта эшләйәсәк белгес тейешле әҙерлекте үткән.
Яңы УЗИ аппараты һынап ҡаралған һәм файҙаланыла башлаған.