+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март 2021, 19:39

ҮТЕСКӘ АҠСА АЛҒАНДА ЭШҠЫУАРҘАРҒА ТӨБӘК ГАРАНТИЯ ФОНДЫ ЯРҘАМҒА КИЛӘ

Башҡортостан Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм булышлыҡ итеү агентлығының Төбәк гарантия фонды «Пищепром» акционерҙар йәмғиәтенә банктан бурыс алғанда поручитель булды. Шулай итеп, дәүләт булышлығы менән ойошма 26 миллион һум кредит алды. Дауамы:

Башҡортостан Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм булышлыҡ итеү агентлығының Төбәк гарантия фонды «Пищепром» акционерҙар йәмғиәтенә банктан бурыс алғанда поручитель булды. Шулай итеп, дәүләт булышлығы менән ойошма 26 миллион һум кредит алды.
«Пищепром» АЙ-һы (Бүздәк консерва комбинаты) — Волга буйы, Урал һәм Себер төбәгендә емеш-еләк-йәшелсә консервалау буйынса иң эре компанияларҙан һанала. Предприятие 35 йыл буйы уңышлы эшләй һәм ай һайын мең тоннанан ашыу продукция етештереп һата. Көн һайын 80-дән ашыу төр атамалы продукцияһы сифат контроле үтә. Улар Рәсәйҙең бик күп төбәктәрендә һатыла.

Компанияның башҡарма директоры Дмитрий Рева әйтеүенсә, предприятие илдең 40 000 сауҙа нөктәһенә продукция оҙатып тора. Әле яңы етештереү майҙансығы һатып алғандар, яңы ҡорамалдар ҡуйғандар, йәшелсә цехын яңыртып төҙөгәндәр, әҙер продукция өсөн келәт һалғандар. Предприятиела 220 кеше эшләй. Продукция Магнит, Ашан, Пятерочка, Окей кеүек эре сауҙа селтәрҙәрендә һатыла. Рәсми сайтында предприятие, уның продукцияһы һәм башҡа мәғлүмәттәр менән яҡынданыраҡ танышырға була.

Гарантия фонды Башҡортостандың «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ» милли проекты сиктәрендә йүнселлек субъекттарына финанс ярҙамы алып бирешә. Дәүләт поручителлеге эшҡыуарҙарға, үҙҙәренең залог средстволары етерлек күләмдә булмаһа ла, кредит алыу мөмкинлеген бирә. Бер тапҡыр бирелә торған поручителлек суммаһы – 25 миллион һум, поручителлек өлөшө – үтес суммаһының 70 процентына тиклем тәшкил итә. Поручитель булыу шарттары, документ формалары, партнер банктар исемлеге www.gf-cmbrb.ru сайтында күрһәтелгән. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 224-99-99.

Читайте нас: