+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2021, 09:10

ИНГАҒА ТӘҮӘККӘЛЛЕГЕ ҺӘМ ДӘҮЛӘТ ЯРҘАМЫ ТАЯНЫС БУЛДЫ

«СУШИ HAUSE» кафеһы Үрге Тәтешле ауылының иң уртаһында ултыра. Хужабикәһе – йәш, эшлекле Инга Арыҫланова. Кафеһын ул шәхси эшҡыуар булараҡ 2016 йылда ҡуртымға алынған бинала аса.

«СУШИ HAUSE» кафеһы Үрге Тәтешле ауылының иң уртаһында ултыра. Хужабикәһе – йәш, эшлекле Инга Арыҫланова. Кафеһын ул шәхси эшҡыуар булараҡ 2016 йылда ҡуртымға алынған бинала аса.

Йәш-елкенсәктең дә, өлкәнерәктәрҙең дә яратҡан урынына әүерелә «СУШИ HAUSE». Шулай булмай ни, телде йоторлоҡ ризыҡтар менән һыйлайҙар бит бында. Ролл, пицца кеүек замананың үтемле аҙыҡтары тәҡдим ителә. Дуҫ-иш, туған-тыумаса менән ултырып, ял итергә лә була. Йыш ҡына, айырыуса байрам көндәрендә, эшҡыуар продукцияһына акциялар ойоштора, шулай итеп, яңынан-яңы клиенттарҙы ылыҡтыра. Инга белә: уның кафеһында әҙерләнгәнде ауыҙ иткән һәр кем мотлаҡ тағы киләсәк һәм даими клиентҡа әүереләсәк.

«Тәжзәхмәт пандемияһы башланғас, миңә эшмәкәрлек форматын үҙгәртергә тура килде, «ташып ашатыуға» заказдар ала башланым. Шул рәүешле эш урындарын һаҡлап ҡалдым. Хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү, шулай уҡ иҫкәртеү һәм зарарһыҙландырыу саралары үткәреү өсөн 162 300 һумлыҡ кире ҡайтармай торған дәүләт ярҙамы алдым, – тип һөйләй Инга Арыҫланова ул ҡатмарлы осор тураһында. – 2020 йылдың йәйендә, бигүк ваҡытлы булмаһа ла, миндә бизнесты киңәйтеү фекере тыуҙы. Йүнселлек өсөн был «ҡара һыҙат» тамамланырына өтөмләнеп, ҙур банкет залы ҡуртымланым. Хәҙер ышаныс менән әйтә алам, отолманым. Кафе һәм ресторандарҙың эшмәкәрлеген яңыртырға рөхсәт булыу менән "Amiran" банкет залында беҙ клиенттарҙы ҡабул итә, тантаналар үткәрә башланыҡ, 90 һәм 25 кешелек ике зал да эшләтеп ебәрелде». Шулай итеп, Инга Арыҫланова ауырлыҡтарға бирешмәгән, аптырап ҡалмаған, дәүләт ярҙамында, үҙенең тәүәккәлеге менән кәртәләрҙе үткән.

2020 йыл бөтәһе өсөн, шул иҫәптән эшҡыуарлыҡ өсөн дә ҡатмарлы булды. Был осорҙа дәүләт ярҙамы бик урынлы булып ҡалды. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ» милли проекты сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте яңы коронавируслы инфекция эҙемтәләрен еңеү һәм йүнселлек вәкилдәренә төрлө яҡлы булышлыҡ күрһәтеү өсөн эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларын раҫланы.


Мәғлүмәт Тәтешле районы хакимиәте матбуғат хеҙмәтенән алынды.
Читайте нас: