+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2021, 10:26

БӨГӨН МАТБУҒАТ ЙОРТОНДА – БАЙРАМ!

“Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафиндың 50 йәшлек юбилейы. “Ағиҙел” журналының айырылғыһыҙ дуҫы – “Һәнәк” үҙенең ҡәләмдәшен ысын күңелдән ҡотлай, һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар теләй! Үҙенең ғүмер байрамын Мөнир Сәхиулла улы ҙур тормош тәжрибәһе туплаған көслө һәм аҡыллы баш мөхәррир, ижадта – шағир ҙа, прозакик та, драматург та, тормошта асыҡ күңелле, ярҙамсыл, ғәҙел дуҫ сифатында ҡаршылай. Ҡәләмдәшебеҙҙең егәрле булыуына хайран ҡалырһың. Мауыҡтырғыс хикәйә һәм повестар яҙырға, тетрәнеп ҡарарлыҡ пьесалар ижад итергә ҡайһы арала өлгөрәлер? Быны уның ғаиләһе генә беләлер. Артабан да ижад шишмәң урғылып аҡһын, арбаһын һәм өр-яңы асыштар менән ҡыуандырһын. “Һәнәк”тәр исеменән, баш мөхәррир – Рәлиф Кинйәбаев.

БӨГӨН МАТБУҒАТ ЙОРТОНДА – БАЙРАМ!
“Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафиндың 50 йәшлек юбилейы. “Ағиҙел” журналының айырылғыһыҙ дуҫы – “Һәнәк” үҙенең ҡәләмдәшен ысын күңелдән ҡотлай, һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар теләй! Үҙенең ғүмер байрамын Мөнир Сәхиулла улы ҙур тормош тәжрибәһе туплаған көслө һәм аҡыллы баш мөхәррир, ижадта – шағир ҙа, прозакик та, драматург та, тормошта асыҡ күңелле, ярҙамсыл, ғәҙел дуҫ сифатында ҡаршылай. Ҡәләмдәшебеҙҙең егәрле булыуына хайран ҡалырһың. Мауыҡтырғыс хикәйә һәм повестар яҙырға, тетрәнеп ҡарарлыҡ пьесалар ижад итергә ҡайһы арала өлгөрәлер? Быны уның ғаиләһе генә беләлер. Артабан да ижад шишмәң урғылып аҡһын, арбаһын һәм өр-яңы асыштар менән ҡыуандырһын.
“Һәнәк”тәр исеменән, баш мөхәррир – Рәлиф Кинйәбаев.
Читайте нас: