+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2021, 13:05

БИЛДӘЛЕ ЙЫРСЫ ӘҘӘБИ КОНКУРСТА ЕҢГӘН

Башҡортостандың халыҡ артисы Вахит Хызыров «Русская душа» II халыҡ-ара әҙәби конкурсында (2020) еңгән, тип хәбәр итә Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәте.Фото: “Республика Башкортостан” гәзитенән.

Башҡортостандың халыҡ артисы Вахит Хызыров «Русская душа» II халыҡ-ара әҙәби конкурсында (2020) еңгән, тип хәбәр итә Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәте.

Ул «Проза» номинацияһында I дәрәжә лауреат булған. Яҙыусылыҡ юҫығында һәләттәрен асҡан йырсы «Ботинки», «Орлы» кеүек һуғыш темаһына арналған хикәйәләре менән ҡатнашҡан. Еңеүсе булараҡ, уға Халыҡ-ара рус телле яҙыусылар берлеге исеменән китап баҫтырыу хоҡуғы бирелгән.

Былтырғы «Русская душа» әҙәби конкурсы шағир Сергей Есениндың тыуыуына 125 йыл тулыуға, Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Александр Невскийҙың тыуыуына 800 йыл тулыуға арналған булған.

2018 йылда Вахит Хызыровтың «В деревне так…» тигән хикәйәләр йыйынтығы сыҡҡайны. Былтыр ул «Колоски» тигән йыйынтығын баҫмаға әҙерләгән.

Фото: “Республика Башкортостан” гәзитенән.
Читайте нас: