-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2021, 12:48

ДҮРТӨЙЛӨЛӘР ГРАНТ АҠСАҺЫНА ФЕРМЕР ХУЖАЛЫҒЫ АСА

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ" милли проектының «Фермерҙарға булышлыҡ итеү системаһын ойоштороу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү» төбәк проекты Дүртөйлө районы аграрийҙарына үҙ эшен асыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте.

2020 йылда райондың 13 кешеһе йүнселлеккә тотондо. Бөрәүҙәре крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ойошторҙо, икенселәре агропредприятиеларҙа эш башланы.
Дүртөйлөләр субсидия алыу өсөн конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты. Мәҫәлән, Салауат Хәбиров яңы эш асҡан фермерҙарға бирелә торған грантты отто, ул конкурста ит малсылығын үҫтереү бизнес-планы менән ҡатнашты. 4 миллион һум грант аҡсаһы уның конкурс проектына тормошҡа ашырыуға етте. Ә «Агростартап»та ҡатнашҡан Зимфира Төхбәтуллина үҙенең фермер хужалығын үҫтереүгә 4,5 млн һумдан ашыу грант алыуға өлгәште.
Был йүнәлештә эш дауам итә: аграрийҙар район хакимиәтендә аҙна һайын үтеп торған эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә ҡатнаша.

Читайте нас: