+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2021, 09:00

РАЕВКА МЕНӘН ШАФРАН УҠЫУСЫЛАРЫНЫҢ ҺӘЛӘТТӘРЕН АСЫУ ФОРСАТЫ СЫҠТЫ

16 мартта Раевканың Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы һәм Шафран ауылы урта мәктәбе менән Өфө нефть техник университеты араһында ''Next Generation'' селтәр предуниверсарийын төҙөү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Терәк юғары уҡыу йорто итеп ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы тәғәйенләнде.

16 мартта Раевканың Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы һәм Шафран ауылы урта мәктәбе менән Өфө нефть техник университеты араһында ''Next Generation'' селтәр предуниверсарийын төҙөү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Терәк юғары уҡыу йорто итеп ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы тәғәйенләнде.


Килешеү төҙөү тантанаһына Раевка лицейына Стәрлетамаҡ филиалы директоры Рөстәм Дәминев, «ӨДНТУ предуниверсарийы» етәксеһе Екатерина Холмогорцева һәм Башҡортостан Республикаһының «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге директоры Айҙар Сәйғәфәров килде.
Хеҙмәттәшлек барышында уҡыусыларҙың һәләттәрен асыу, физика, химия, информатика фәндәрен тәрән өйрәнеү, уҡыусыларҙы вузға инергә әҙерләү, буласаҡ һөнәрҙе аңлы һайларға өйрәтеү өсөн шарттар тыуҙырыласаҡ.
М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы менән Шафран ауылы урта мәктәбе Башҡортостанда ''Next Generation'' предуниверсарийы селтәрен булдырыу өсөн һайлап алынған ун бер белем биреү учреждениеһы иҫәбенә инә. Проекттың терәк вузы итеп Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы тәғәйенләнгән.
Башҡортостан Республикаһының «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә ойошторолғайны.

Читайте нас: