+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2021, 14:43

АДВОКАТТЫ НИҢӘ ҮЛТЕРГӘНДӘР?

Кисә Өфө уртаһында, Пушкин урамында, 33 йәшлек адвокат Александр Елисеевты бысаҡлап үлтерҙеләр. Енәйәттең сәбәбе ниҙә һуң? Башинформ фотоһы.Дауамы:

Кисә Өфө уртаһында, Пушкин урамында, 33 йәшлек адвокат Александр Елисеевты бысаҡлап үлтерҙеләр. Енәйәттең сәбәбе ниҙә һуң?

Юристың йәнен ҡыйған кеше 49 йәшлек эшҡыуар Станислав Яшин була. Ул ирҙең күкрәгенә бер нисә тапҡыр һунар бысағы ҡаҙай ҙа, Зәки Вәлиди урамы яғына китеп, үҙен дә үлтермәк итә. Тик ашығыс ярҙам машинаһы килеп өлгөрә, уны Республика клиник дауаханаһына алып китәләр, операция яһайҙар.

“Башинформ” мәғлүмәтенән асыҡланыуынса, пациенттың хәле тотороҡло ауыр. Ул әле үҙ аңында, реанимация бүлегендә ята. Һөжүм сәбәбе тип шик аҫтындағы енәйәтсенең әсәһе ойошторған компанияның банкротланыуы фаразлана.

Киров районы Тәфтиш бүлеге Станислав Яшинға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

“Башинформ” билдәле адвокат Роман Петровтан үлтерештең ихтимал булған сәбәбен һорашҡан. Баҡһаң, Елисеев судта эшҡыуар Сергей Веремеенконың вәкиле булған. (Беҙ Веремеенконы элекке республика президентлығына кандидат, РФ Дәүләт думаһы депутаты булараҡ беләбеҙ). Веремеенко “Панорама” инвестиция-төҙөлөш компанияһы ЯСЙ-һын банкротландырыу талабы менән судҡа дәүғә биргән. “Панорама” компанияһы бөтә Башҡортостан территорияһында файҙалы ҡаҙылмалар, сеймал (ҡом, балсыҡ, ҡырсынташ, таш һ.б.) сығарып һатыу менән шөғөлләнә. Эше һуңғы йылдарҙа хөртәйгән, саф табышы юҡ кимәлендә, был контрагенттар тураһында белешмә биреүсе сайттарҙа ла күренеп тора.

Башҡортостан Арбитраж судының 2020 йылдың октябрендә сығарған билдәләмәһенән күренеүенсә, компанияның бөтә бурысы 244 056 937,70 һум тәшкил итә.

Веремеенкоға, ул үҙе әйтеүенсә, компания 30 миллион һум бирәсәкле. Был турала ул ProUfu баҫмаһына һөйләгән. Сергей Веремеенко 2017 йылда компанияның «Центркомбанк»ҡа булған кредит бурысын һатып алған. Шунан һуң ыҙғыш башланған. Яшинға мәсьәләне хәл итеүҙең төрлө юлдары тәҡдим ителгән. Тик Яшин аҡсалата түләргә лә, компания активтарынан мәхрүм ҡалырға ла теләмәгән.

Суд ултырышынан Яшин менән Елисеев бергә сыға. Яшин судта күптән түгел мәрхүм булған әсәһе исеменән вәкәләтлек итә. Судтан сыҡҡас, адвокатҡа бысаҡ менән ташлана.

Адвокаттың һуңғы минуттарын уға ярҙам күрһәтергә тырышҡан үткенселәр видеоға төшөргән.

Башинформ фотоһы.

Читайте нас: