0 °С
Болотло
Кисә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Ҡырмыҫҡалыла гастролдә булған. Был турала Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев “ВКонтакте” селтәрендәге сәхифәһендә хәбәр итә.
“Кисә генерал Шайморатовтың тыуған ерендә – Ҡырмыҫҡалыла – "Ат уйнатып алдан бара..." исемле тамашабыҙҙы ике тапҡыр: тәүҙә балалар , ә һуңынан ололар өсөн уйнаныҡ. Зал тулы тамашасы булды! Һағындырған гастроль атмосфераһы...” – тигән ул яҙмаһында һәм тамаша ахырынан күп кенә фотолар биргән.
Фото: Хөрмәтулла Үтәшевтең ВК сәхифәһенән.