+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2021, 09:40

СЕРГЕЙ ПАХОМОВ ИҪТӘЛЕГЕНӘ ТУРНИР ҮТТЕ

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжында көнсығыш көрәш төрҙәренең «сетокан» дисциплинаһы буйынса асыҡ республика команда турниры үтте. Турнир Афғанстан һуғышы ветераны С.Г. Пахомов иҫтәлегенә бағышланды.

Ярышта Өфөнән, Стәрлетамаҡтан һәм Дүртөйлөнән 400-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса тәүге өс урынды Стәрлетамаҡ ҡалаһы клубтары алды: беренсе урында – «Чёрный лотос» клубы (тренеры Артур Ҡаҙаҡбаев), икенсе урында – «Ямакаси» клубы (тренеры Тимур Хорошилов), өсөнсө урында – «Сакура» (тренеры Валерий Голованов). Турнирҙың иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ спортсыһы тип «Феникс» клубы тәрбиәләнеүсеһе Эмилия Кәримова (тренеры Алексей Емельянов) танылды.

Читайте нас: