+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2021, 17:44

ШҮЛГӘНТАШ МӘМЕРЙӘҺЕНӘ ДОСЬЕ ТӨҘӨЛДӨ

Ғалимдар Шүлгән мәмерйәһен Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫына индереү өсөн әҙерләнгән «Шүлгәнташ мәмерйәһенең диуарҙарындағы һүрәттәр» досьеһы проектын эшләп бөткән. Был турала, «Шулгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликовҡа һылтанып, «Башинформ» хәбәр итә.

Досье мәмерйә һәм уның тирә-йүне буйынса геология, климатология, география, гидрология һәм башҡа фән тармаҡтары күҙлегенән ғилми тикшеренеүҙәр йыйылмаһынан төҙөлә. Ул объекттың ғәҙәттән тыш универсаль ҡиммәтен дәлилләргә тейеш. Дәлил формулировкаһын 12 ғалим һәм эксперт эшләй, ә ғөмүмән досьены төҙөү менән Рәсәйҙән һәм яҡын сит илдәрҙән ҡаяларҙағы һүрәттәр буйынса 25 белгес шөғөлләнгән.

Быйыл июнь айында досье асыҡ фекер алышыуға сығарылыр, тип көтөлә.

ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә инеү өсөн ҡомартҡыға идара итеү планы ла әҙерләнергә тейеш. Был эш байтаҡ ваҡытты ала, уның мәшәҡәттәре күп, шул иҫәптән ер мәсьәләләрен (ҡомартҡының, һаҡ зоналарының сиктәрен билдәләү) хәл итеү ҙә мөһим.

Документтар йыл аҙағына эшләп бөтөлөр тип фараз ителә. Шунан улар, француз йә инглиз теленә тәржемә ителеп, РФ-тың ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһына тапшырыла.

Музей бинаһы иһә быйыл июндә файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Музей Шүлгәнташ диуарҙарындағы палеолит һүрәттәрен өйрәнеү һәм һаҡлау маҡсатында ЮНЕСКО үтенесе буйынса 2018 йылда төҙөлә башланы. Унда объекттың 3D-моделе буласаҡ, мәмерйә үҙе һаҡлау өсөн ябылған осраҡта экскурсиялар шунда үтәсәк.

Читайте нас: