+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2021, 15:23

УҪМАНДАР ӘХӘТ ЗАҺИҘУЛЛИНҒА РӘХМӘТЛЕ

Әхәт Заһиҙуллин Ғафури районы Уҫман ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй.

Әхәт Заһиҙуллин Ғафури районы Уҫман ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй.

Ауылда ФАП былтыр асыла. Мөдир итеп фельдшер Әхәт Зәйнуллин тәғәйенләнә. Ғафури районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, уҫмандар ҡыуанып бөтә алмай: медицина пунктында йылы, таҙа, уңайлы. Төрлө ҡорамалдар менән йыһазландырылған, шуға әллә ҡайҙа йөрөмәй генә төрлө ярҙам алып була.

Нәсихә Сәйфулла ҡыҙы ФАП-ҡа ҡан баҫымын үлсәтергә һәм күҙенә тамсы тамыҙырға килгән. Ул үҙенең һәм ауылдаштарының фельдшер-акушерлыҡ пунктынан һәм фельдшер эшенән ҡәнәғәт булыуы тураһында һөйләгән, “Әхәт Зәйнуллин табип яҙғандарҙы аңлатып, аңлашылмағанын ентекле төшөндөрөп бирә, өйгә саҡырып шылтыратһаң, шунда уҡ килеп етә”, – тип маҡтаған ул медицина эшмәкәрен.

Читайте нас: