+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2021, 20:29

АТҠАҘАНҒАН АРТИСТАР ИСЕМЛЕГЕ ЛӘ ТУЛЫЛАНДЫ

Тағы ла бер төркөм киң билдәле артистарыбыҙға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеме бирелде.

Тағы ла бер төркөм киң билдәле артистарыбыҙға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеме бирелде.

Йырсылар Рөстәм Асаев, Лилиә Букеева, Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе артисы Рудамир Басиров, Фәүзи Ғәскәров ансамбле бейеүсеһе Рәзилә Билалова, Республика халыҡ ижады үҙәге артистары Заһир Зәйнетдинов, Раил Өмөтбаев, Салауат драма театры артисы Нәркәс Йомағужина, хәрби дирижер Азат Юлтимеров, Х. Әхмәтов исемендәге филармония артисы Эльмира Юлдашева һәм башҡалар Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән юғары исем алды.

Читайте нас: