+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2021, 20:13

РАДИЙ ХӘБИРОВ 56 МӘҘӘНИӘТ ХЕҘМӘТКӘРЕНӘ ЮҒАРЫ НАГРАДАЛАР ТАПШЫРҘЫ

Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 56 мәҙәниәт хеҙмәткәренә республика наградаларын тапшырҙы. Ул үҙенең сығышында хеҙмәте менән Бшҡортостаныбыҙҙың күп милләтле мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән талантлы ижад кешеләре бүләкләнеүен билдәләне. Радий Хәбиров был ҡатмарлы осорҙа халыҡҡа ярҙам итеп, ирекмәндәр сафына ла баҫып өлгөргән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Башинформ фотоһы.

Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 56 мәҙәниәт хеҙмәткәренә республика наградаларын тапшырҙы. Ул үҙенең сығышында хеҙмәте менән Бшҡортостаныбыҙҙың күп милләтле мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән талантлы ижад кешеләре бүләкләнеүен билдәләне. Радий Хәбиров был ҡатмарлы осорҙа халыҡҡа ярҙам итеп, ирекмәндәр сафына ла баҫып өлгөргән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Башҡорт һәм татар эстрадаһы артисы Фән Вәлиәхмәтов, композитор Рәмил Ғимранов, Башҡортостан гимны авторы, дирижер Фәрит Иҙрисов, рәссам-скульптор Өлфәт Ҡобағошов, Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова Салауат Юлаев ордены менән наградланды.

“Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең баш хормейстеры Башҡортостан Милли симфоник оркестры генераль директоры Артур Назиуллин республиканың Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Яратҡан йырсыларыбыҙ Әнүәр Нурғәлиев, Рөстәм Ғиззәтуллан, Фәрүәз Урманшин, Раян Алтыншин, опера театры солисы Йәмил Әбделмәнов, талантлы ҡурайсы Рушан Биктимеров, шулай уҡ Салауат башҡорт драма театры артисы Фәтих Ҡолһарин, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры Артем Макаров, “Нур” театры артисы Гөлназ Мөхәммәҙиева «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән юғары исемгә лайыҡ булды.

Ошо уҡ исемлектәге Алһыу Бәхтиева менән Сәғиҙулла Баййегет тураһында шатлыҡлы хәбәрҙе еткергәйнек инде.

Башинформ фотоһы.
Читайте нас: