+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2021, 08:00

РИМСКИЙ-КОРСАКОВ МУЗЫКАҺЫН ЯРАТЫУСЫЛАРҒА

Бөгөн 19 мартта классик музыка һөйөүселәр онлайн концерт тыңлай ала. «Н.А. Римский-Корсаков көнө» Дөйөм Рәсәй фестивале сиктәрендә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең музыкаль-әҙәби лекторийы концерты була.

Концерт «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса асылған виртуаль зал аша трансляцияланасаҡ. Шулай итеп, уны Рәсәйҙең иң төпкөл төбәктәрендә лә ҡарай аласаҡтар.

Филармония солистары мәшһүр композиторҙың әкиәт опералары буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәт әҙерләгән. «Диңгеҙ офицерының музыкаль әкиәттәре» тигән программала «Ҡарһылыу», «Салтан батша тураһында әкиәт», «Садко» операларынан, «Шәһрезада» симфоник сюитаһынан өҙөктәр яңғыраясаҡ.
Концертҡа һылтанма (https://youtu.be/OEY4zrNePEw) 19 мартта 14-00 сәғәттә асыласаҡ.

Читайте нас: