«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә ауыл мәктәптәрендә «Үҫеш нөктәһе» цифрлы һәм гуманитар белем биреү үҙәктәре асыла. Үрге Тәтешле 2-се урта мәктәбендә лә ундай үҙәк бар. Был турала Тәтешле район хакимиәтенән хәбәр итәләр.
2б класта «Анимация ижад итеү» кластан тыш дәрестәре ошо үҙәктең кабинеттарында үткәрелә. Балалар компьютер анимацияһы программаһын өйрәнә: асылмалар, һүрәттәр, анимацияланған күренештәр, хатта йәнһүрәттәр эшләп ҡарай.
«Бөтәһе лә ҡыҙыҡһынып, теләп шөғөлләнә. Балалар махсус ҡоралдарҙы ҡулланып, һүрәт төшөрә, төҫтәрҙе үҙгәртә. Әҙер һүрәт ҡалыптарын да ҡулланып, үҙе асҡан биттә теләгәнсә ҡатнаштыра ала. Был рәсемдәрҙе «хәрәкәт иттереп» тә була. Балалар «Ҡуянҡай» тигән үҙҙәренең беренсе пластилин йәнһүрәтен эшләне лә инде, – тип һөйләй түңәрәк етәксеһе Людмила Шәйнурова.
Заманса сәнғәт төрө булараҡ анимацияны өйрәнеү балаларҙың танып белеү сиктәрен киңәйтә, ижадҡа ылыҡтыра, эстетик ҡарашын үҫтерә, донъяға рәссамдарса ҡараш хасил итә.
Балаларҙың был дәрестәрҙә алған яңы белемдәргә һоҡланыуы, ғәжәпләнеүе, ихлас ҡыҙыҡһыныуы уларҙың ғөмүмән белем алыуға ынтылышын көсәйтә, һөнәр һайлағанда конкуренцияға һәләтле була алырына шарттар тыуҙыра.