Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙары Алһыу Бәхтиеваға һәм Сәғиҙулла Баййегеткә Башҡортостандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исем бирелгән. Бөгөн улар наградаларын алып ҡыуанды.
“Сәғиҙулланың тормошондағы бар шатлыҡлы ваҡиғалар ҙа тыуған көнө алдынан була – 24 йыл элек тә тыуған көнө алдынан беҙҙең театрға кастингҡа килеп, эшкә урынлашҡан ул”, – тип яҙа ВКонтакте социаль селтәрендәге сәхифәһендә театрҙың әҙәби бүлеге баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова.
Маҡтаулы исем эйәләре “Баймаҡ – таланттар төйәге” тигән әйтемде тағы бер раҫланы, улар икеһе лә сығышы менән Баймаҡ районынан. Сәғиҙулла Иҫке Сибайҙа тыуып үҫкән, Алһыу Исмәғил ҡыҙы – Таулыҡай ауылынан.
Икеһен дә халыҡ бик ярата, хәйер, халыҡ артисы исемен тап шундайҙарға бирәләр ҙә инде.
Башҡортостандың өр-яңы ғына халыҡ артистарына ижади уңыштар һәм ҡаҙаныштар, ғаилә бәхете, имен тормош насип булһын!
Руслан Юлтаев фотоһы.