+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2021, 21:25

ҺӘҘИӘ ДӘҮЛӘТШИНА БУЛЬВАРЫ ЙӘМЛӘНӘСӘК

Быйыл Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты аҡсаһына Һәҙиә Дәүләтшина бульварына капиталь ремонт үткәреләсәк.

Быйыл Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты аҡсаһына Һәҙиә Дәүләтшина бульварына капиталь ремонт үткәреләсәк.
Әлеге ваҡытта юл ҡыйралған, асфальт япмаһы ватылып бөткән. Машиналар был юлдан саҡ йөрөй. Өфөләр, уны йүнәтеүҙәрен һорап, ҡала хакимиәтенә ҡат-ҡат үтенес ебәргән.
Тиҙҙән подряд ойошмаһы әҙерлек эштәрен башлаясаҡ, юлдың киңәйтелә, автопарковкалар ҡорола торған урындарынан ағастар сығарып алынасаҡ. Капремонт тамамланғас, бульвар буйлап яңы ағастар ултыртыласаҡ.
Объекттың дөйөм оҙонлоғо – 1,1 километрҙан ашыу. Уны ғәмәлгә ашырыуға төрлө кимәл бюджеттарҙан 168,5 млн һум самаһы аҡса бүленәсәк. 2021 йылдың октябрендә ул файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда был милли проект сиктәрендә 116 объектта эштәр барасаҡ. Мәҫәлән, 2021 йылда Воровский урамы осонда Ағиҙел күперен файҙаланыуға тапшырыу, Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы сатындағы транспорт сиселешендә автомобиль хәрәкәтен асыу, Салауат Юлаев проспекты дауамын проектлай башлау планлаштырыла.


Читайте нас: