+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2021, 21:52

ИШЕМБАЙ УҠЫУСЫЛАРЫ ГТО ЯРЫШТАРЫНДА ҠАТНАША

Ишембай ҡалаһында «Демография» милли проектының «Спорт – тормош нормаһы» төбәк проекты сиктәрендә физкультура, воркаут, төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн спорт һәм тренажер майҙансыҡтары төҙөлгән. Халыҡты физик әүҙемлеккә ылыҡтырыу маҡсатында ҡаланы төҙөкләндереү проекттарына физкультура-спорт һәм һауыҡтырыу объекттары индерелгән.

Был ҡоролмаларҙа балалар ҙа шөғөлләнә, ГТО ярыштарында ҡатнашырға әҙерләнә.

2021 йылдың 10 һәм 17 мартында 9 йәштән 15 йәшкә тиклемге уҡыусылар араһында «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер (ГТО)» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестиваленең ике этабы үтте. Фестивалдә 1-се гимназиянан, 2-се Башҡорт гимназия-интернатынан, 11, 16,18-сы урта мәктәптәрҙән, Тимашевка һәм Яңы Әптек урта мәктәптәренән бөтәһе 130 уҡыусы ҡатнашты.

Ярыштарҙа иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән балалар республиканың урта белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында Салауат ҡалаһында үткән Ҡышҡы ГТО фестивалендә Ишембай районы исеменән сығыш яһаны.

Читайте нас: