+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Март 2021, 11:26

АУЫР ЙӨК МАШИНАЛАРЫНА ӨФӨГӘ ИНЕҮ ТЫЙЫЛА

24 марттан 22 апрелгә тиклем Өфө эсендә ҙур йөк машиналарына йөрөү тыйыла. Шуға баш ҡала хакимиәте предприятиеларға һәм ойошмаларға кәрәкле төҙөлөш материалдарын, ҡорамалдарҙы, яғыулыҡты һәм тауарҙарҙы ташып ҡалырға тәҡдим итә.

Ҡала хакимиәтендә асыҡлыҡ индереүҙәренсә, был осорҙа Өфө эсендә урындағы әһәмиәттәге дөйөм ҡулланыу юлдарынан ауыр машиналарҙың йөрөүе тик махсус рөхсәт алынһа һәм юлға килтерелгән зыян хаҡы түләнһә генә мөмкин буласаҡ.

Режимды боҙоусыларға 500 мең һумға тиклем штраф ҡарала. Рөхсәт алыу һәм түләү ваҡытлыса асылған 5 контроль посына йөкмәтелә. Өфө мэрияһы, йыйылған аҡса автомобиль юлдарын төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ, тип ышандыра.

Фото: Башҡортостан Транспорт һәмм юл хужалығы министрлығы сайтынан.

Читайте нас: