+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Март 2021, 10:00

ИНТЕРНЕТ АУЫЛДАРҘЫ ЯУЛАЙ

Бөгөн күптәр интернетһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмай. Ләкин донъя селтәренә сымлы интернет аша ҡушылыу мөмкин булмаған төбәктәр һаман бар әле. «Цифрлы иҡтисад» милли проекты халыҡтың цифр өлкәһендәге тиңлеген тәьмин итеү өҫтөндә эшләй. Уның сиктәрендә республикала «Интернет ҡулланыу мөмкинлеге» төбәк проекты ғәмәлгә ашырыла.

Был проектҡа республика Хөкүмәте һәм «Ростелеком» асыҡ акционерҙар йәмғиәте башланғыс һалды. Баҡалы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың программаға индерелгән 262 ауылы иҫәбендә Баҡалы районының 10 ауылы ла бар. Туҡбирҙе, Яңы Балыҡлы, Киләй, Иҫке Кәстәй, Ахман ауылдарына интернет килгән дә инде. Был ауылдарҙағы 250-нән ашыу йорт селтәргә тоташтырылған. Ә Килкабыҙ, Ҡамай, Ҡамышлытамаҡ, Юлтимер, Иҫке Әзмей ауылдары тиҙлекле интернетҡа, IP-телевидение һәм IP-телефонияға быйыл май аҙаҡтарында тоташасаҡ.

Баҡалы сервис үҙәге директоры Александр Павлов әйтеүенсә, селтәр юғары сифатлы, юғары тиҙлектә эшләй. Әммә теге йәки был ауылға оптик-сүс кабель һалып, интернет үткәреү менән эш бөтмәй, уны һәр йортҡа алып барырға кәрәк. Йорттарҙы тоташтырыу хеҙмәте тулыһынса түләүһеҙ күрһәтелә, ҡорамалдар ҙа түләүһеҙ бирелә, кешеләрҙең ғариза яҙыуы ғына талап ителә. Интернет үткән ауылдарҙа халыҡ ҡәнәғәт.

Ғариза биреү өсөн 8-800-100-0-800 түләүһеҙ номерына шылтыратырға кәрәк. Баҡалыла ошо проект сиктәрендә интернетҡа тоташҡан йорттарҙың күпме булыуына ҡарап, Башҡортостан Хөкүмәте уны башҡа ауылдар өсөн дә ҡулланыу мәсьәләһен ҡараясаҡ.

Читайте нас: