+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Март 2021, 12:23

УҒРЫЛАРҒА ЫШАНЫП ОТОЛҒАНДАР

65 йәшлек пенсионер 2,4 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Ул, банк хеҙмәткәре тип шылтыратҡан уғрыға ышанып, хәләл аҡсаһын юғалтҡан.

65 йәшлек пенсионер 2,4 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Ул, банк хеҙмәткәре тип шылтыратҡан уғрыға ышанып, хәләл аҡсаһын юғалтҡан.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Ишембай районы кешеһенә берәү шылтырата ла үҙен банк хеҙмәткәре тип таныта. Уның ҡушыуы буйынса, ир 2,4 миллиондан ашыу аҡсаһын сит иҫәпкә күсерә.

Ә Бишбүләк районындағы 58 йәшлек бер ҡатынға уның ҡиммәтле биологик әүҙем өҫтәмәләр һатып алғандан күргән зыянын ҡапларға тәҡдим итеп шылтыраталар. Шунан шылтыратыусы был ҡатын исеменә 3 000 000 һум номиналлы сертификат сығарырға тәҡдим итә, тик адвокат хеҙмәте өсөн түләргә кәрәклеген әйтә. Ҡатын алданғанын аңламайынса ике ай буйы ниндәйҙер бер иҫәпкә аҡса ебәрә лә аҡса ебәрә. Йәмғеһе 777 600 һумдан ҡолаҡ ҡаға ул.

БР буйынса ЭЭМ хәтерегеҙгә төшөрә:

таныш булмаған шылтыратыуҙарға ышанып, аҡсағыҙҙы сит-яттарға күсермәгеҙ. Банктан тип шылтыратһалар, яуап бирмәгеҙ, һөйләшеүҙе өҙөгөҙ ҙә ҡуйығыҙ. Уғрылар банктыҡы кеүек номерҙарҙан да шылтырата белә.

Социаль селтәрҙәрҙә аралашҡанда ла уяу булығыҙ. Таныштарығыҙҙан, яҡындарығыҙҙан шикле смс алған осраҡта, тәүҙә үҙҙәренә шылтыратып, хәлде асыҡлағыҙ.

Читайте нас: