+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Март 2021, 11:45

ЙЫЛҒЫР «ОРЛАН» ӨФӨ МЕНӘН КҮМЕРТАУҘЫ ТОТАШТЫРА

2 апрелдән көн һайын «Өфө–Күмертау–Өфө» маршрутында тиҙ йөрөшлө ҡала яны поезы хәрәкәт итә башлаясаҡ. Ул бөтәһе 133 урынлыҡ ике вагондан торасаҡ. Поезды РА-З «Орлан» инновацион рельс автобусы йөрөтәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Поезды ебәреү буйынса эш Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса былтыр декабрҙә башланған, уңайлы график төҙөлгән. Һынау рәүешендә был араны үтеп ҡарағанда юлда булыу ваҡыты ике тапҡырға ҡыҫҡарыуы асыҡланған, ул 3 сәғәт 50 минут тәшкил иткән.

Киләсәктә Куйбышев тимер юлы был юлды үтеү ваҡытын 3 сәғәт 20 минутҡа тиклем кәметеүҙе планлаштыра.

Фото: Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы сайтынан.

Читайте нас: