-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2021, 09:00

ДҮРТӨЙЛӨЛӘР АҒИҘЕЛ БУЙЫН ТӨҘӨКЛӘНДЕРМӘКСЕ

Дүрөйлөләр, Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхите проекттары конкурсында беренсе тапҡыр ҡатнашҡанда еңеү яулап, федераль финанслау отҡайны. Ул аҡсаға Ленин исемендәге майҙанды, элекке һыра заводы биләмәһен һәм ошо ике урынды тоташтырған йәйәүлеләр юлын төҙөкләндереүҙе башланылар. Әле эш дауам итә.

Хәҙер килеп Дүртөйлө Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары араһында төҙөкләндереү конкурсында ҡатнашырға йыйына. Был хаҡта Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итәләр.

Еңеү яуланһа, Ағиҙел буйын төҙөкләндереүгә тотонмаҡсылар. Тик еңер өсөн лайыҡлы проект тәҡдим итеү кәрәк. Конкурс проектын эшләүҙә Ҡазан архитекторҙары һәм Башҡортостандың Ҡалаларҙы үҫтереү институты вәкилдәре ҡатнаша, улар әле дүртөйлөләрҙең тәҡдимдәрен өйрәнә.
Ошо көндәрҙә ҡала төҙөүселәр халыҡ менән осрашҡан.Шулай уҡ проектлаусылар, урбанистар, ҡала планын төҙөүселәр менән осрашыуҙар һәм фекер алышыуҙар дауам итә.

Читайте нас в