+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2021, 09:10

ДИМ МЕНӘН ТЕЛЕҮҘӘК АРАҺЫНДА КҮПЕР БУЛЫРМЫ?

Өфөнөң 2040 йылға тиклемге генераль планын төҙөү буйынса фекер алышҡанда Дим районы менән Телеүҙәк биҫтәһен тоташтырасаҡ күпер төҙөлөшө мәсьәләһе ҡараған. Был турала «Башинформ» хәбәр итә.

Өфөнөң 2040 йылға тиклемге генераль планын төҙөү буйынса фекер алышҡанда Дим районы менән Телеүҙәк биҫтәһен тоташтырасаҡ күпер төҙөлөшө мәсьәләһе ҡараған. Был турала «Башинформ» хәбәр итә.

Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел күперенән үткән транспорт ағымын анализлау күрһәтеүенсә, уның 40 процентын Дим йүнәлешендә йөрөгән автотранспорт тәшкил итә икән. Тимер юл күпере эргәһендә автомобиль күпере һалыу трафиктың яртыһынан ашыуын шул яҡҡа күсерер ине, йәнә М-5 федераль трассаһы ағымының бер өлөшө лә шунда китер ине.

Был күперҙе төҙөүгә төп ҡаршылыҡтарҙың береһе – ике ярҙың бейеклеге араһындағы үтә ҙур айырма, икенсеһе – магистраль тимер юлдарҙың үтә яҡын булыуы.

Яңы күперҙе Пушкин урамына тоташтырыу өсөн 40-ар метрлыҡ таяуҙарға ултыртылған 650 метрлыҡ эстакада төҙөргә кәрәк буласаҡ. Уның хаҡы 3-4 миллиард һум булыр тип күҙаллана.

Транспорт ағымын Яр буйы урамына тоташтырыу һәм 25-30 шәхси участканы һатып алыу ҙа ябайҙан булмаясаҡ.

Күпер менән уның тирәһендәге юлдар системаһын төҙөү хаҡы бөтәһе 14 миллиард һумға баһалана.

Был вариантҡа альтернатива итеп Кузнецов затонында күпер һалып, унан «Мега» сауҙа үҙәге эргәһендә Өфө–Аэропорт юлына сығыу ҡарала.

Генпланды төҙөүселәр һалынырға тейешле Өфө күперҙәренең сиратын да төҙөгән. Ул сиратта беренсе урында – Интернационал урамы осондағы Ағиҙел күпере; икенсе урында – Кузнецов затоны күпере. Дим менән Телеүҙәк араһындағы күпер 4-5-се урынға ҡалған.

Читайте нас: