+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2021, 22:08

ӨФӨ ҠЫҘЫНЫҢ ИСТАНБУЛДАҒЫ МАЖАРАҺЫ

Өфөнән 47 йәшлек Эльвира Оттева төрөк ире менән интернет аша ниңә генә танышҡан көнөнә төшкәндер инде. Улар бер йыл элек социаль селтәр аша бер-береһен табыша. Алп Мутлу тигән был кеше, автомобиль сәнәғәтендә эшләгән ҡырҡ йәшлек күркәм ир, Эльвираны Истамбулға ҡунаҡҡа саҡыра.

Өфөнән 47 йәшлек Эльвира Оттева төрөк ире менән интернет аша ниңә генә танышҡан көнөнә төшкәндер инде. Улар бер йыл элек социаль селтәр аша бер-береһен табыша. Алп Мутлу тигән был кеше, автомобиль сәнәғәтендә эшләгән ҡырҡ йәшлек күркәм ир, Эльвираны Истамбулға ҡунаҡҡа саҡыра.
13 мартта Эльвира Истанбулға килеп төшә. Ҡаланың Аташәһәр тигән биҫтәһендә ҡунаҡханаға урынлашалар. Ир эсә. Тиҙҙән араларында ғауға ҡуба. Алп Эльвираны элекке иренә көнләй һәм туҡмарға тотона. Ике көн буйы дәһшәт эсендә көн итә ҡатын. Алп уны 5-6-шар сәғәт буйы туҡмай. Ниһайәт, Алп магазинға сыҡҡан арала ғына ҡатын ҡунаҡхана администраторына барып ярҙам һорай ала. Полиция саҡыралар. Полицейскийҙар ҡатынды дауаханаға алып китә, ә Алп Мутлуны ҡулға ала.
Истанбулдағы Рәсәй консуллығына ла хәбәр ителә. Уның хеҙмәткәре дауаханаға Эльвираның хәлен белешергә йыш килеп йөрөй, кәрәк ярҙамды күрһәтә.
Төрөк баҫмаларында әҙәм ҡарағыҙ хәлгә төшкән Эльвираны ла, уның ҡатилының да фотоларын биргәндәр.
Төрөк баҫмаһы, Эльвираның адвокаты Онур Әйүбуғлу һөйләгәнгә һылтанып, ҡатындың Алп менән осрашыуға дүртенсе тапҡыр килгәне тураһында яҙа. Баҡһаң, ҡатынға элек тә Алптың йоҙроғо төшкөләгән, әммә түҙерлек булған, шуға ул бер кемгә лә өндәшмәгән.
Ә ҡулға алынған Алп Мутлу полицияның Ғаиләлә көс ҡулланыуҙарҙы тикшереү идаралығында былай тигән: “Ул минең ҡатыныма беҙҙең мөнәсәбәттәребеҙ тураһында һөйләү менән янаны. Телефондан ҡатыныма шылтыратырға теләне. Мин телефонды бирмәгәс, ҡулыма һуҡты. Шунан мин уға һуҡтым. Мин уны отелдә көсләп тотманым. Миңә бик йәл”.
Һүрәттә: йәмле Аташәһәр биҫтәһе.
Читайте нас: