ХӘҘЕРГЕ МӨНӘСӘБӘТТӘР УЙЛАНЫРҒА МӘЖБҮР ИТӘ.
Рәсәй-АҠШ мөнәсәбәттәре иң һуңғы сигенә килеп етте, тип баһаларға мөмкин. Ошо көнгә тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең төп иғтибарын тышҡы сәйәсәткә бүлгәйне. Африкала нығыныу, Сүриәләге һуғышты туҡтатырға тырышыу үҙенең тәүге һөҙөмтәләрен бирҙе. Ләкин АҠШ президенты вазифаһына 78 йәшлек Джо Байдендың һайланыуы хафаланырға мәжбүр итә.
“АҠШ-тың бөгөн лидеры юҡ”, “Джо Байден һаулығы өсөн борсолорға мәжбүр итә”, “АҠШ президентының һаулығы киләсәкте ҡурҡыныс аҫтына ҡуя” һәм башҡа шундай баһалар ысынбарлыҡтан алыҫ түгел.
Джо Байден шул кимәлгә барып етте, ул бөгөн үҙ аллы атлап йөрөй ҙә, хатта матбуғат конференцияһында яуап бирә лә алмай. Сөнки һөйләгән һүҙҙәре һәм баһалары уның сәләмәтлеген, дөрөҫ фекерләй алыуын шик аҫтына ҡуя.
Самолет трабынан менеп барғанда өс тапҡыр ҡолаған, дүрт аяҡлап ауырлыҡ менән менеп барған лидерҙы бөтә донъя күрҙе.
Рәсәй Президенты Владимир Путин АҠШ президентын тура эфирҙа фекер алышырға саҡырҙы һәм яуап көтә. Был яуаптың булыуы бик икеле, сөнки Джо Байдендың һаулығы бындай ауыр вазифаны үтәрлек мөмкинлек бирмәгәне күренеп тора.
Сәйәсәт – ауыр һәм яуаплы эш. Ул ғәйәт ҙур физик көс талап итә. Шул юҫыҡта тап ошо көндәрҙә Рәсәй Президентының Рәсәй обонона министры менән тайгаға сәфәр ҡылып, үҙҙәренең һаулыҡтарының ныҡлығын күрһәтеүҙәре һоҡланыу тойғоһо уята.
АҠШ президентының һаулығына килгәндә, беҙ көлөргә, йәки мәсхәрәләргә уйламайбыҙ. Һаулыҡ – бик нескә күренеш. Ул бөгөн бар, иртәгә – юҡ. 75-80 йәшлек әбейҙәр һәм бабайҙар үҙҙәренең ҡартлығын махсус пансионаттарҙа йәки махсус ҡараусылар ҡарамағында үткәрә. Джо Байденға Владимир Путин һаулыҡ теләй. Элекке Президент, Дмитрий Медведев, был кешене йылдар аямаған, тип йәлләү тойғоһо белдерә.
Һәр илдең халҡы үҙе һайлаған кешегә лайыҡ, тигән раҫлау бар. АҠШ һымаҡ бөйөк ил сәләмәтлеге һуңғы сиккә еткән лидерға лайыҡ, тип әйтеүе ауыр. Сөнки меңдәрсә атом бомбаһына хужа булған ҡеүәтле ил донъя именлеге өсөн яуаплы. Ә бына ракеталарҙы осороу өсөн шифрлы сумаҙандар тәүлек әйләнәһенә – ил башлығы ҡулында. Бындай осраҡта тыныс йоҡлау мөмкинме икән?